-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2019, 02:19

Беренсе экспорт рейсы

Илеш районы биләмәһенән Ағиҙел буйлап өс мең тонна ашлыҡ тултырылған судноның тәүге рейсы республиканан ситкә ебәрелде. Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Илеш районы биләмәһенән Ағиҙел буйлап өс мең тонна ашлыҡ тултырылған судноның тәүге рейсы республиканан ситкә ебәрелде. Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ашлыҡ культуралары экспортын киңәйтеү бурысын ҡуйғас, Ағиҙел йылғаһының Илеш районындағы Груздевка ауылы менән Татарстандың Аҡтаныш районы Әзекүл ауылдары араһындағы участканы ауыр йөклө судно йөрөрлөк итеп тәрәнәйтеү эше башланды. Һыу транспорты экспорт өсөн иң ҡулайлыһы тип баһаланы белгестәр.
Бөгөн иһә Груздевка ауылынан “Илеш элеваторы”ның өс мең тонна ашлығы судноға тейәлеп бөтөп, тәүге рейс тантаналы рәүештә оҙатылды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та ҡатнашты.
Инвестор элеваторға модернизация үткәреп, уның игенде эшкәртеү ҡеүәтен арттырырға планлаштыра. Сит ил партнерҙары хеҙмәттәшлеккә әҙер. Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, республика аграрийҙары ла проект менән ҡыҙыҡһына. Өҫтәүенә һыу транспорты сығымдары тимер юлдыҡынан аҙыраҡ.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
#нацпроекты
Читайте нас в