Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике ил лидеры Сүриәләге хәлдәрҙе сәйәси көйләүҙе дауам итергә, октябрь аҙағында Женевала БМО эгидаһында Конституцион комитетты саҡырыуға булышлыҡ итергә ниәтләй. Улар шулай уҡ Ғәрәп Республикаһының территориаль бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу яҡлы.