+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2019, 02:12

Мәктәптәр төҙөлә

“Мәғариф” милли проектына ярашлы, республикала белем биреү учреждениелары биналары төҙөү эше дауам итә.

“Мәғариф” милли проектына ярашлы, республикала белем биреү учреждениелары биналары төҙөү эше дауам итә.


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль мониторинг төркөмөнөң йомғаҡлау ултырышында был тармаҡ буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып барылғанын билдәләне.


“Быйыл ғына 20 балалар баҡсаһы һәм 20 мәктәп төҙөлә, – тине етәксе. – Мәғариф биналары төҙөү йәһәтенән бығаса ундай күләмдә эш алып барылғаны юҡ ине”.


Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров йәкшәмбе көн баш ҡалала һәм Өфө райондарында белем биреү объекттары төҙөлөшөн ҡараны.


“Дим-6” биҫтәһендәге балалар баҡсаһы бинаһында эш ҙур тотҡарлыҡ менән бара. Объект быйыл сафҡа индерелергә тейеш, ә төҙөүселәр икенсе ҡатты һалыуға, эстән электр менән тәьмин итеүгә яңы тотонған, тәҙрәләр, витраждар ҡуйыла.


Андрей Назаров эште тиҙләтергә ҡушты, балалар баҡсаһы бинаһын ваҡытында сафҡа индереү буйынса төҙөлөш өлкәһе етәкселәренең шәхси яуаплылығын билдәләне.


Өфө районының Зубов ауылында 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөү тамамлана. Ул да ике ҡатлы, ҡаҙанлығы, трансформатор подстанцияһы бар. Әле объектта биҙәү эштәре бара, елләтеү системаһы ҡорола.


Өфө районының Чесноковка ауылында 640 урынға иҫәпләнгән мәктәп менән 160 сабыйҙы ҡабул итәсәк балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөп килә – эш ваҡытынан алда бара. Мәғариф учреждениеһы иң алдынғы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.


Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.

#нацпроекты



Читайте нас: