-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2019, 12:00

Башҡортостан - «Сколково» фондының төбәк операторы

Башҡортостан Республикаһы рәсми рәүештә «Сколково» фондының төбәк операторы булды. 22 октябрҙә Мәскәүҙә «Асыҡ инновациялар-2019» халыҡ-ара инновация үҫеше форумында Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһы рәсми рәүештә «Сколково» фондының төбәк операторы булды. 22 октябрҙә Мәскәүҙә «Асыҡ инновациялар-2019» халыҡ-ара инновация үҫеше форумында Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
«Был сираттағы документҡа ҡул ҡуйыу ғына түгел. Беҙ, асылда, инновациялар һәм уларҙы тормошобоҙға индереү араһында күпер булып торабыҙ. Хәҙер «Сколково» фондының Башҡортостан резиденттары үҙҙәренә билдәләнгән өҫтөнлөктәрҙе республикала рәсмиләштереү мөмкинлегенә эйә», — тип аңлатты Радий Хәбиров.
Атап әйткәндә, «Сколково» резиденттарына продуктты идеянан бойомға ашырырға ярҙам иткән гранттар тапшырыла. Шулай уҡ улар өсөн һалым льготалары индерелә.
Резидент булыу өсөн «Сколково» фондының рәсми сайтында теркәлергә һәм электрон ғариза бирергә кәрәк.
«Әлегә фондта Башҡортостандан 14 резидент теркәлгән, ләкин сикләүҙәр юҡ, айырым талаптар бар», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Тулыраҡ мәғлүмәт — «Минең бизнесым» үҙәктәрендә: Өфө, Тыныслыҡ урамы, 14 һәм Зәки Вәлиди урамы, 2 («Торатау» конгресс-холы). Бәйләнеш өсөн телефон: +7(347) 224-99-99, 216-40-80. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә тиклем (тәнәфес көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә ҡәҙәр).
Читайте нас в