+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2019, 02:53

"Фән" проекты сиктәрендә

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылған “Фән” милли проекты нигеҙендә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты селекционерҙары ужым бойҙайының яңы сортын сығарҙы. Уға “Башкирская 12” тигән исем бирелде.

Башҡортостан ғалимдары һөйләүенсә, ужым бойҙайының яңы сорты “Башкирская юбилейная”, “Мироновская-88”, “Малахит” сорттары ҡатнашлығында баҫҡыслы гибридлау алымы ярҙамында алынған. Әйткәндәй, бындай эш институтта бер нисә йыл элек башланған. Яңы сорт һалҡындарға бирешмәүе, юғары уңышы һәм яҡшы технологик сифаттары менән айырыла. Станцияла үткәрелгән һынау йылдарында уңыш гектарынан 42,4 центнер тәшкил иткән. Был стандарт, “Башҡорт-10” сорты менән сағыштырғанда, 3,8 центнерға күберәк.Сорттың төп авторы, ужым культуралары лабораторияһы мөдире Нина Лещенко әйтеүенсә, яңы сорттың юғары уңышы башаҡта иген бөртөктәренең күп булыуына, уларҙың ауырлығына бәйле.– Яңы игендә елемсә һәм аҡһым миҡдары стандартҡа ҡарағанда байтаҡҡа юғарыраҡ. Баҫыуҙа иген ергә йығылмай, һабаҡта оҙаҡ ултыра, – тине Нина Лещенко.

Читайте нас: