+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2019, 02:45

Конкурс яңы мөмкинлектәр аса

Рәсәй Президенты, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының Күҙәтеүселәр советы Рәйесе Владимир Путин “Рәсәй лидерҙары” конкурсының 2019-2020 йылдарға өсөнсө миҙгелен башлауҙы хупланы.

Рәсәй Президенты, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының Күҙәтеүселәр советы Рәйесе Владимир Путин “Рәсәй лидерҙары” конкурсының 2019-2020 йылдарға өсөнсө миҙгелен башлауҙы хупланы.
Был конкурстың маҡсаты – киләсәге өмөтлө, лидерлыҡ сифаттарына һәм идара итеү һәләтенә эйә етәкселәрҙе асыҡлау, уларҙы үҫтереү һәм ярҙам итеү.Бәйгелә ҡатнашыусылар күп баҫҡыслы саралар системаһы аша үтә. Ошо конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙән 2017-2018 йылғы осорҙа 199 мең ғариза, ә 2018-2019 йылдарҙа 227 мең ғариза бирелгән. Һуңғы ике йылда уларҙан 150 кешене юғары вазифаларға тәғәйенләгәндәр. Шуларҙың икәүһе хәҙерге көндә губернатор булып эшләй, ә дүртеһе – федераль министрҙар урынбаҫары.Өсөнсө миҙгелдә 55 йәшкә тиклемге һәм гражданлығы сикләнмәгән кешеләр ҡатнаша ала. Улар рус телен тестарҙы үтәп сығырлыҡ кимәлдә белергә һәм ошоғаса кәмендә биш йыл етәксе булып эшләргә тейеш. Ә 25 йәше тулмаған йәштәр өсөн етәкселек итеү осоро ике йылдан ашмаһа ла була.Күптәр иҫәпләүенсә, төбәктәрҙә төрлө вазифаларға үрләүе ҡыйын һәм көслө етәкселәр табыуы ла еңелдән түгел. Конкурс кешеләргә үҙен күрһәтеү мөмкинлеге бирә лә инде. Был сараларҙа ҡатнашыусылар, элекке миҙгелдәрҙәге кеүек үк, һәр төбәккә файҙа килтерерлек социаль проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡ. Быйылғы миҙгелдә шулай уҡ “Һаулыҡ һаҡлау”, “Фән”, “Финанс һәм технологиялар” темалары буйынса махсуслашыу ҙа буласаҡ. Унан тыш, дөйөм белем кимәлен баһалау ысулы ла яңыртылған. Кәңәшсе-тәрбиәсе булып билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, ҙур корпорациялар етәкселәре сығыш яһаясаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: