+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2019, 17:05

Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһенә етәкселек итәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы етәкселегенең төбәктәр башлыҡтары – партияның төбәк бүлексәләре секретарҙарына кандидаттар менән осрашыуында ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы етәкселегенең төбәктәр башлыҡтары – партияның төбәк бүлексәләре секретарҙарына кандидаттар менән осрашыуында ҡатнашты.


Осрашыуҙы асып, партия рәйесе, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев, үткән һайлауҙарҙа тауыш биреүселәрҙең күрһәткән ышанысын көндәлек эш менән аҡларға кәрәк, тип билдәләне.


– Беҙҙең партия алдынғы позицияларҙы һаҡлай. Әлбиттә, етди сәйәси конкурентлыҡ осоронда был беҙҙең өсөн шатлыҡлы. 8 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, дөйөм алғанда, бөтә мандаттарҙың 65 процентын алыуға өлгәштек, тимәк, өстән ике өлөш беҙҙеке булды. Был – һәйбәт һөҙөмтә. Әйткәндәй, былтырғы менән сағыштырғанда, 15 процентҡа күберәк, – тине Премьер-министр. – Тик бындай ышанысты көндәлек эш менән аҡларға кәрәк. Беләм, һеҙ һәр берегеҙ үҙегеҙҙең урында ошоноң менән шөғөлләнәһегеҙ. Был, ысынлап та, беҙҙең көндәлек эшебеҙ: яңы производстволар, яңы юлдар, яңы ремонтланған ихаталар. Ошо аныҡ проблемалар бөтә кешеләрҙе лә борсой.


Дмитрий Медведев ҡайһы бер губернаторҙарҙың партия төбәк бүлексәләренә етәкселек итергә теләк белдереүен хупланы.


– Беҙ идеяғыҙҙы ентекләп тикшерербеҙ. Алдан әйтеүемсә, быны бик дөрөҫ тип иҫәпләйем. Әлбиттә, төбәк бүлексәһе секретары бурысы – өҫтәмә эш. Икенсе яҡтан, беҙҙең партия – етәкселек итеүсе партия, һәм был субъект башлығы өсөн мөһим ресурс булып тора, – тине Дмитрий Медведев. – Партия бер юлы меңәр кешене ишетеү мөмкинлеге бирә. Беҙҙең партияла меңәрләгән төрлө кимәл депутаттары эшләй. Иң алыҫ биләмәләрҙә лә беренсел бүлексәләребеҙ бар.


Һуңыраҡ “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы президиумы 13 төбәк башлығы кандидатураһын партияның төбәк бүлексәһе секретары вәкәләттәрен башҡарыусы сифатында раҫлау ҡарарын ҡабул итте. Улар араһында Радий Хәбиров та бар: ул партияның Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе буласаҡ.


– Һәр ҡайһы һайлау циклында алдынғы ролде төбәктең иң юғары вәкәләтле етәксеһе уйнай. Кемдер партия тарафынан үҙе кандидатураһын ҡуя, кемдер исемлектең башында тора. Беҙ губернаторҙар менән төбәк үҫеше программаһын формалаштырабыҙ һәм киләһе циклда уны тормошҡа ашырабыҙ. Коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһе бик ҙур. Арабыҙҙа оҙаҡ йылдар төбәк етәксеһе булғандар ҙа, яңы ғына һайланғандар ҙа, әле һайланырға торғандар ҙа бар. Беҙҙеңсә, көстәрҙе берләштерер ваҡыт етте. Был һайлаусыларға ла, урындарҙа эшләгән коллегаларға ҡарата ла дөрөҫ мөнәсәбәт, – тине Генераль совет секретары Андрей Турчак.

#ВладимирПутин
Читайте нас: