-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2019, 20:37

Субсидияға заявка биреп өлгөр!

Рәсәй экспорт үҙәге ай дауамында компанияларҙан дәүләт транспорт субсидияһына заявкалар ҡабул итәсәк. Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Рәсәй экспорт үҙәге ай дауамында компанияларҙан дәүләт транспорт субсидияһына заявкалар ҡабул итәсәк. Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.Рәсәй Хөкүмәте тарафынан милли проект өсөн быйылға бүленгән дөйөм сумма 14,2 миллиард һум тәшкил итһә, шуның биш миллиарды ойошмаларға бирелгән дә инде.
Дәүләт транспорт субсидияһы программаһының координаторы һәм бюджет сараларын бүлеүсеһе – Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы. Рәсәй экспорт үҙәге ил Хөкүмәтенең ошо программаны алып барыу буйынса агенты булып тора.
Дәүләт транспорт субсидияһы программаһына ярашлы, юғары технологиялы продукция етештереүселәр үҙ тауарын ташыуға киткән сығымдың 80 процентын компенсациялай аласаҡ. Өҫтөнлөк машина эшләү тармағы компанияларына бирелә – улар өсөн дөйөм субсидияның 48 проценты ҡаралған. Артабан – сәнәғәт өлкәләре (химия, металлургия, урман). Уларға дөйөм сумманың 45 проценты бүленә.
Бынан тыш, субсидия сығымдарының лимиты билдәләнгән, уның буйынса бер компания йыл дауамында 500 миллион һумға тиклем ярҙам аласаҡ. Айырым лимит автомобиль сәнәғәте өсөн тәғәйенләнгән – 550 миллион һумға тиклем.
Субсидия алыуҙың яңы механизмына ярашлы, компаниялар 2019 йылға транспорт сығымдарын компенсациялауға дәғүә итә, өҫтәүенә киләһе йылға программала ҡатнашыуға заявка тапшыра ала. Шул уҡ ваҡытта ташламалы шарттар һәр кемгә бирелмәй: өҫтөнлөк – Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән килешеүҙәр нигеҙендә конкурентлыҡҡа һәләтте күтәреү корпоратив программаларын тормошҡа ашырған ойошмаларға. Йәнә үҙ продукцияларын ташыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәр ташламаларға дәғүә итә ала.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
#нацпроекты

Читайте нас в