-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2019, 21:45

Баннерҙарҙа кемдәрҙең фотоһүрәте буласаҡ?

Улар республиканың 20 ҡалаһында һәм районында ҡуйыласаҡ.

Улар республиканың 20 ҡалаһында һәм районында ҡуйыласаҡ.
Шулай итеп, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы властар халыҡ араһында эшҡыуарҙарға ҡарата ыңғай ҡарашты арттырмаҡсы.
“Асыҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән​, хөрмәт ҡаҙанған кешеләр ҡуйылған баннерҙар республика халҡында кәсепселеккә яңы ҡараш булдырасаҡ”, – тигән Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеү үҙәге директоры урынбаҫары Алексей Рябченко.
Уның фекеренсә, эшҡыуарҙар үҙ кәсебен генә алып бармай, ә һалым түләү һәм халыҡты хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү кеүек социаль мәсьәләләрҙе лә тормошҡа ашыра.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 1 сентябрҙән илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы мәғлүмәт һәм белем биреү кампанияһын башланы. Әлеге ғәмәл – ошо башланғыстың бер өлөшө.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
#нацпроекты
Читайте нас: