+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2019, 23:38

Ғилми-белем биреү үҙәктәре үҫешенә арналды

Федерация Советында ғилми-белем биреү үҙәктәренең статусын һәм преференцияларын ҡануни йәһәттән нығытырға тәҡдим иттеләр. Был мәсьәлә “Фән” милли проектына ярашлы ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡаралды.

Федерация Советында ғилми-белем биреү үҙәктәренең статусын һәм преференцияларын ҡануни йәһәттән нығытырға тәҡдим иттеләр. Был мәсьәлә “Фән” милли проектына ярашлы ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡаралды.
Сарала Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының үҫеш буйынса директоры Руслан Ҡазыханов, Өфөләге юғары уҡыу йорттары ректорҙары ҡатнашты. Федерация Советында әйтеүҙәренсә, ғилми-белем биреү үҙәктәре уңышлы эшләһен өсөн уларҙың статусын һәм преференцияларын ҡануни йәһәттән нығытырға кәрәк.
“Законда формулировка булһа, хоҡуҡи майҙан эшләнһә, инвесторҙар ҙа, бизнес та был үҙәктәргә башҡаса ҡараясаҡ”, – тип билдәләне Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова.
Сенатор “Фән” милли проектына ярашлы фәнде, мәғарифты һәм бизнесты интеграциялау нигеҙендә 15-тән кәм булмаған донъяуи кимәлдәге ғилми-белем биреү үҙәге булдырыу планлаштырылғанын билдәләне. Быйыл уҡ биш пилот төбәктә ошондай ойошмалар булдырылған да инде.
Ғилми-белем биреү үҙәктәре дәүләт, фән һәм бизнес араһын көсәйтергә, үҙ эшмәкәрлегенә сит илдәрҙең алдынғы технологияларын индерергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта уларҙың милли статусы булырға тейеш. Финанс ярҙамды күберәк бизнес күрһәтәсәк тип планлаштырылған. Дәүләт иһә ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструктор эштәренә булышлыҡ ҡыласаҡ.
“Сарала беҙ Башҡортостанда ғилми-белем биреү үҙәктәрен булдырыу, уларҙы үҫтереү йәһәтенән тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлаштыҡ, – тип билдәләне Руслан Ҡазыханов. – Әле был йәһәттән йүнәлеш һайлау, эш органдары формалаштырыуҙан үҙәк эшмәкәрлеге программаларын йыйыуға күсәбеҙ. “Түңәрәк өҫтәл”дәге барлыҡ тәҡдимдәребеҙ сараның резолюцияһында сағылыш тапты”.
Билдәле булыуынса, “Фән” милли проекты “Ғилми һәм ғилми-етештереү кооперацияһын үҫтереү”, “Рәсәй Федерацияһында тикшеренеүҙәр үткәреү һәм эшләнмәләр өсөн алдынғы инфраструктура булдырыу”, “Тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр өлкәһендә кадрҙар мөмкинлеген үҫтереү” федераль проекттарынан тора.
#нацпроекты


Читайте нас: