+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Ноябрь 2019, 23:24

Планшет компьютерҙары - һаулыҡ һағында

Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын үтәүгә йүнәлтелгән комплекслы сараларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә.

Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын үтәүгә йүнәлтелгән комплекслы сараларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә.
Быйыл милли проекттың “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһы буйынса республикалағы ашығыс медицина ярҙамы бригадаларын планшет компьютерҙары менән тәьмин итеү йәһәтенән дәүләт контракты төҙөлдө.
Һөҙөмтәлә 345 бригада заманса ҡорамаллы булды. Планшет компьютерҙары һаулыҡ һаҡлауҙағы дәүләт мәғлүмәт системаһының автоматлаштырылған мобиль эш урыны менән тоташтырылған.
Уларҙың ярҙамында медицина хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәттәрҙе онлайн режимында ҡабул итәсәк, юлда уҡ сирленең ауырыу тарихын белешә аласаҡ, беренсе медицина документацияһы төҙөйәсәк, дауаханаға пациенттың хәл-торошо, кәрәкле ярҙам тураһында хәбәр ебәрәсәк.
Үҙ сиратында дауаханалар ауырыуҙы ҡабул итеүгә алдан тейешле кимәлдә әҙерләнә ала, был, әлбиттә, кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген арттырасаҡ.
#нацпроекты
Читайте нас: