-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 02:57

Ирекмәндәр форумы үтә

2-5 декабрҙә Мәскәүҙә Ирекмәндәрҙең халыҡ-ара форумы үтә. “Мәғариф” милли проектына ярашлы уҙасаҡ сараға теркәлеү башланды.

2-5 декабрҙә Мәскәүҙә Ирекмәндәрҙең халыҡ-ара форумы үтә. “Мәғариф” милли проектына ярашлы уҙасаҡ сараға теркәлеү башланды.
Йыйын алтынсы тапҡыр ойошторола. Уның сираттағыһына Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән ун мең самаһы кеше килеүе көтөлә.
Беренсе көндә ҡатнашыусылар социаль учреждениеларҙа, мәрхәмәтлек фондтарында булып, волонтерлыҡтың төрлө яҡлап үҫеш үҙенсәлектәре менән танышасаҡ, кәрәкле урында ярҙам күрһәтәсәк.
Артабанғы ике көндә – 3-4 декабрҙә – эшлекле программа ҡаралған. Ирекмәндәр йәмғиәттәге төп мәсьәләләрҙе билдәләү йәһәтенән фекер алышыуҙарҙа, оҫталыҡ кластарында, профилле секцияларҙа, шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларының социаль башланғыстағы күргәҙмәләрендә ҡатнашасаҡ.
Сара “Рәсәй ирекмәне-2019” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәренә премиялар тапшырыу менән тамамланасаҡ.
Халыҡ-ара форумға ҡатнашыусы булараҡ добровольцыроссии.рф рәсми сайтында теркәлергә кәрәк.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.
#нацпроекты


Читайте нас: