+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 16:48

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ

Һалҡын көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар һәм унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта.

Һалҡын көндәр башланып, йылытыу миҙгеле етеү менән янғындар һәм унда һәләк булғандар һаны бермә-бер арта.
Электр йылытҡыстары менән дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренә ҙур көсөргәнеш булдырыу янғын сәбәпсеһенә әүерелә. Тимәк, кешеләр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди ҡарамай, уларҙы үтәмәй.
Бөгөнгө көнгә ҡарата республикала бөтәһе 10332 янғын теркәлгән, уларҙа 227 кеше һәләк булған.
Бөгөн генә Тәтешле районында булған төнгө янғында 1990 йылғы ҡатын, уның ете һәм ике йәшлек сабыйы янып үлде, өс өлкән ир йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылды.
Урынға республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин, министрлыҡ ҡарамағындағы Күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Горин барҙы. Әле был янғындың сәбәптәре асыҡлана. Урында тәфтиш-оператив төркөм, белгестәр һәм тәүтикшереүселәр эшләй.
Хөрмәтле республика халҡы! Янғын тигән ҙур бәләнән һаҡланыу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә иғтибар итергә һәм уларҙы теүәл үтәргә саҡыра. Бына улар:
– асыҡ ут сығанаҡтары – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡандырылған тәмәке менән һаҡ булығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;
– яныусан предметтар һәм материалдар менән эшләгәндә ут яндырмағыҙ;
– электр селтәренә ҙур көсөргәнеш яһамағыҙ, электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙы балаларға ышанып ҡалдырмағыҙ;
– изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесе, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡорамалдары менән файҙаланмағыҙ;
– сатнаған урыны булған, ишеге ябылмаған мейестәр һәм каминдар менән файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә яҡмағыҙ. Мейес яға торған урын алдына 50-гә 70 сантиметрлы йоҡа тимер ҡағығыҙ;
– мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа әйберҙәрҙе киптермәгеҙ.
Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырым мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларҙы бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнатмағыҙ. Еңел янып китеүсән материалдар һәм шыйыҡсаларҙы балаларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Уларға ут яғырға һәм уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.
Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара булып автономлы янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама тора. Ул янып китеү менән төтөн еҫен тоя һәм ныҡ тауыш менән сырылдап кешеләрҙе иҫкәртә. Республикала ошо ҡулайлама ярҙамы менән 291 кешенең, шул иҫәптән 126 баланың ғүмере һаҡланып ҡалған.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: