15-16 ноябрҙә Өфө ҡалаһында “Башҡортостан” дәүләт концерт залында башҡорт һәм татар йырын башҡарыусыларҙың сираттағы халыҡ-ара фестиваль-конкурсы үтә. Йыл һайын уҙғарылып килгән был проект ҡатнашыусылар һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөргән .
Һәр йылдағыса конкурста Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренән юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарының вокал бүлеген тамамлаусылар һәм студенттар ҡатнаша. “Иҙел фестивале лауреаты” исеме өсөн “башҡорт” йәки “татар халыҡ йыры”, “автор-башҡарыусы”, “башҡорт” йәки “татар эстрада йыры”, “академик йыр”, “балалар номинацияһы” һәм башҡаларҙа көс һынашасаҡ. Быйыл конкурсҡа Ҡытайҙан һәм Ҡырымдан йырсылар килеүе көтөлә.
Беренсе көндә конкурс булһа, икенсеһендә фестивалдең почетлы ҡунаҡтары һәм жюри ағзалары ҡатнашлығында гала-концерт үтәсәк. Программала: Иҙрис Ғәзиев, Мөнир Яҡупов, Флүрә Килдейәрова, Наилә Фәтихова, Рәфис Сирусин, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Рәсәйҙә милләт-ара татыулыҡ йылы тип иғлан ителгән 2011 йылдан бирле эшләп килә. Сара “Мәҙәниәт” милли проекты һәм Бөтә донъя татар конгресы ярҙамында уҙғарыла.
Радик Юлъяҡшин, Ришат Төхвәтуллин, Зилиә Бәхтиева, Лилиана Ғәзизова, Айгиз Ханов төрлө йылдарҙа “Иҙел” конкурсының еңеүселәре булды.