«Һуңғы өс йылда республика льготалыларын дарыуҙар менән тәьмин итеүгә сығымдар 2,3 тапҡырға — 3,1 миллиардҡа тиклем арттырылды. Өҫтәүенә федераль бюджеттан ресурстар йәлеп итәбеҙ — 1 миллиард һумдан ашыу. Һаулыҡ һаҡлауға сығымдар күләме, мотлаҡ медицина страховкалауы аҡсаһын иҫәпкә алып, 2020 йылда яҡынса 91 миллиард һум булыр», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан етәксеһе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2022 йылда Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡын 43,5 мең һумға еткереү күҙаллана. 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың план осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫеше прогнозында тап ошондай хеҙмәт хаҡы күрһәткесенә өлгәшеү билдәләнгән.