-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2019, 02:23

Табиптар райондарға сыға

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 5 ноябрҙән 2020 йылдың 27 мартына тиклем тар белгесле табиптар бригадаһының райондарға сығып халыҡтың һаулығын тикшереүен ойоштора.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 5 ноябрҙән 2020 йылдың 27 мартына тиклем тар белгесле табиптар бригадаһының райондарға сығып халыҡтың һаулығын тикшереүен ойоштора.

Бригада составына нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, шулай уҡ ололар һәм балалар өсөн кардиолог, невролог, эндокринолог, офтальмолог. Тикшереүҙә шулай уҡ "Әсә һәм бала" белгестәренең ҡатнашыуы ла күҙаллана.
Эш графигы:
5-8 ноябрь– Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында;

11-15 ноябрь‒ Баймаҡ үҙәк район дауаханаһында;

18-22 ноябрь‒ Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында;

25-29 ноябрь ‒ Бөрө үҙәк район дауаханаһында;

2-6 декабрҙә – Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында;

9-13 декабрь ‒ Ишембай үҙәк район дауаханаһында;

16-20 декабрь‒ Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһында;

23-27 ноябрь ‒ Мәләүез үҙәк район дауаханаһында.
Билдәле булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү", "Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш", "Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш", "Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү", "Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү", "Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү", "Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү" федераль проекттарын үҙ эсенә ала.
#нацпроекты
Читайте нас: