+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 15:45

Аҡбуҙатҡа һәйкәл

Башҡортостандың Бөрйән районында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары персонажына — Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыу башланды.

Башҡортостандың Бөрйән районында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары персонажына — Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыу башланды.
Аҡбуҙат танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы буйынса Силәбе өлкәһенең Кәҫле заводында ҡойолған. Кәҫленән суйын һынды 6 ноябрҙә йөк тракторында килтергәндәр.
Уның бейеклеге – өс метр, ҡанаттары араһында арауыҡ та өс метр самаһы. Әҙерләүселәр мәғлүмәте буйынса, аттың ауырлығы – өс тоннаға яҡын.
«Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарында һүрәтләнгәнсә, беҙҙең Аҡбуҙ көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы, — тип хәбәр итте республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. — Башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә ҡуйылған тәүге һәйкәл барыһына ла оҡшар һәм Башҡортостандың халыҡты үҙенә тартып торған иң күркәм урындарының береһенә әүерелер тип ышанам».
«Аҡбуҙат» монументаль-скульптура композицияһы Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйыла.
Читайте нас: