+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 14:47

Башҡортостанда боронғо туй йолалары фестивале үтә

16 ноябрҙә Стәрлетамаҡ районында «Борон туйҙар гөрләп үткән…» милли боронғо туй йолалары республика фестиваль-конкурсы ойошторола.

16 ноябрҙә Стәрлетамаҡ районында «Борон туйҙар гөрләп үткән…» милли боронғо туй йолалары республика фестиваль-конкурсы ойошторола.
Фестивалдең маҡсаты – боронғо туй йолаларын тергеҙеү, мәҙәни традицияларҙы һаҡлау, йәштәрҙе республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ылыҡтырыу.
Ҡатнашыуға этнографик һәм вокаль коллективтар саҡырыла. Фестиваль-конкурсты республика башлығының Башҡортостандың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән грант ярҙамы менән урындағы мәҙәниәт бүлеге ойоштора.
Ғаризалар 12 ноябргә тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте (3473) 26-73-78 буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: