-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 23:39

"Еңеү" марафонына старт бирелде

Киләһе йыл илебеҙ киң күләмдә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә йыйына. Ошо айҡанлы бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында республика кимәлендәге “Еңеү” марафоны старт алды.

Киләһе йыл илебеҙ киң күләмдә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә йыйына. Ошо айҡанлы бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында республика кимәлендәге “Еңеү” марафоны старт алды.
Был марафон быйыл ноябрҙән алып киләһе йылдың майына тиклем “Еңеү салюты” халыҡ ижады республика фестивале сиктәрендә үтәсәк һәм Башҡортостандың бар ҡала һәм райондарын йәлеп итәсәк. Марафондың символикаһы: “Еңеү” штандарты һәм “Мәңгелек ут” капсулаһы.
Марафондың төп бурысы – йәштәрҙе данлы тарихыбыҙ өлгөһөндә әхлаҡи һәм патриотик рухта тәрбиәләү, Бөйөк Еңеү тураһында хәтерҙе нығытыу һәм һаҡлау.
Бөгөнгө марафонды асыу тантанаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, власть органдары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, йәмәғәтселәр ҡатнашты. Улар “Мәңгелек ут”ҡа сәскә һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды. Митингҡа йыйылғандарҙы республика Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сәләмләне.
Фестивалдең беренсе зона концерты Борай районында үтәсәк. Шуға күрә бөгөн район хакимиәте вәкилдәренә тантаналы рәүештә “Еңеү” штандарты тапшырылды. Ә “Мәңгелек ут” капсулаһы һыбайлылар төркөмөнә тапшырылды.
“Еңеү” марафоны положениеһына ярашлы, марафон символдарын тапшырыу тантанаһы 10 муниципаль районда үтәсәк. Уларҙа “Еңеү Салюты” халыҡ ижады фестивале смотрҙары ойоштороласаҡ.
Читайте нас: