+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2019, 21:33

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡалаларҙың күп ҡатлы йорттары ихаталарын ташландыҡ автомобилдәрҙән таҙартыу тураһындағы күрһәтмәһе әллә ҡасандан уҡ көтөлгән сара булараҡ ҡабул ителде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡалаларҙың күп ҡатлы йорттары ихаталарын ташландыҡ автомобилдәрҙән таҙартыу тураһындағы күрһәтмәһе әллә ҡасандан уҡ көтөлгән сара булараҡ ҡабул ителде. Ғөмүмән, республикала "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты нигеҙендә әһәмиәтле саралар күрелә.
Сер түгел: был машиналарҙың хужаларына ташландыҡ техника кәрәкмәй, сөнки уларҙы йүнәтеү мөмкин түгел. Шуныһын да беләбеҙ: ул машиналарҙың элекке “хужа”ларының күбеһе әллә ҡасан яңы автомобилдәрҙә елдерә. Ә иҫкеһен сүп-сар йыйыу урынына алып барырға ашыҡмай, сөнки транспорт өсөн түләргә кәрәк.

Әлбиттә, һәр эш билдәле һәм асыҡ рәүештә барырға тейеш, шуға күрә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов 2 ноябрҙә ташландыҡ машиналарҙы табыу, ташыу, һаҡлау һәм утилләштереү тәртибенә ҡул ҡуйғайны. Унда муниципалитеттарҙың ошо эш буйынса бурысы һәм яуаплылығы аныҡ билдәләнгән.
#нацпроекты

Читайте нас: