Шулай итеп, улар тиҙҙән Белорет, Баймаҡ, Ейәнсура, Әбйәлил, Йылайыр һәм Бөрйән райондары халҡын ҡабул итә башлаясаҡ. Мобиль ФАП-тар бөтә тейешле ҡорамалдар: электрокардиограф, экспресс-анализатор, кардиомаркер һәм башҡа медицина кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған. Оҙаҡламай республика тағы шундай 15 күсмә пункт аласаҡ.