Рейтинг һөҙөмтәләре менән Рәсәй Президенты хәкимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко таныштырған. Был рейтинг халыҡтың Президентҡа һәм төбәк етәкселәренә ышаныс белдереү күрһәткесе, шулай уҡ уҙған һайлауҙарҙың һөҙөмтәһе нигеҙендә төҙөлгән. Башҡортостан, шулай итеп, Чечен Республикаһы, Тула һәм Курск өлкәләре менән бер рәттән, лидерҙар иҫәбенә кергән. Сергей Кириенко әйтеүенсә, губернаторҙарҙың эшмәкәрлеге асыҡлыҡ, тыйнаҡлҡ, ихласлыҡ һәм контролдәә тота белеү принциптарына таянып алып барылырға тейеш. Шуларҙы күҙаллап, Башҡортостанда граждандарҙың аныҡ проблемаларына власть органдарының тиҙ арала яуап биреү системаһының эше юғары баһаланды. Ә был система, билдәле булыуынса, Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған ине. Уны халыҡ менән бәйләнеш булдырыуҙың төбәктәр араһында яҡшы өлгөһө тип атанылар.