+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 16:51

“Иң яҡшыһы” шоуына кастинг үтә

Башҡортостан балаларын Максим Галкиндың Беренсе каналдағы “Иң яҡшыһы” шоуына кастингка саҡыралар.

Башҡортостан балаларын Максим Галкиндың Беренсе каналдағы “Иң яҡшыһы” шоуына кастингка саҡыралар.
Программала ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу 23-24 ноябрҙә Өфө ҡалаһында үтә. Унда 3 йәштән алып 12 йәшкә тиклмеге балалар ҡатнаша ала.
“Был кастингта нимәгәлер һәләтле, бик шаян һәм етди, ололарса фекер йөрөтөүсе һәм күп һөйләүсән, оялсан һәм ҡыйыу саҡ һөйләшә башлаған балалар ҙа, төрлө ҡаҙаныштары булған 12 йәшлек спортсылар һәм артистар ҙа үҙҙәрен һынап ҡарай ала. Йыр, бейеү, теүәл һәм гуманитар фәндәр, спорттың бөтә төрҙәре, ҡул эштәре, аш-һыу әҙерләү, шиғыр һәм проза ижад итеүҙә оҫта, еңел аралашыусан, һөйкөмлө балаларҙы көтөп ҡалабыҙ,” – ти сараны ойоштороусылар.
Кастинг “Йети” балалар үҙәгендә Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 34 (3-сө этаж) адресы буйынса уҙғарыла.
Белешмә өсөн телефон: 8-927-93-76-963.
Читайте нас: