+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2019, 21:22

Тамаша үтте

13 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфө ҡалаһы тарихы музейында (Ленин урамы, 72) “Театраль Волга буйы” округ проектының төбәк этабында еңеүселәрҙең береһе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” халыҡ театры музейға килгәндәргә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған спектаклдән өҙөк күрһәтелде.

Тамашасылар араһында Өфө районы пенсионерҙары ла булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Волга буйы федераль округының “Театраль Волга буйы” йәмәғәт проекты сиктәрендә тауыш биреүгә йомғаҡ яһала. Тапшырыуҙы Фестивалдең интернет селтәрендәге рәсми сайтында (театральноепривольже.рф) тура эфирҙа ҡарарға була.
Иң яҡшы тамаша өсөн тауыш биреү интернет селтәрендә тура эфирҙа тапшырыу башланғанға тиклем 24 сәғәт ҡалғас, 29 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. Үҙегеҙгә оҡшаған мәктәп һәм студент спектаклен һайлау өсөн 8-800-350-35-43 телефон номеры буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин. Һәр спектаклгә тәртип һаны бирелгән (1-ҙән 14-кә тиклем – студент, 15-тән 28-гә тиклем мәктәп тамашалары).
Читайте нас: