+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2019, 00:45

“Башҡортостан ғорурлығы” проектына старт бирелде

Рәсәй Президенты Указы менән 2020 йыл Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Илебеҙҙә был йәһәттән бик күп эштәр башҡарыла, саралар үтә.

Рәсәй Президенты Указы менән 2020 йыл Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Илебеҙҙә был йәһәттән бик күп эштәр башҡарыла, саралар үтә.
“Йәш гвардия” ойошмаһы 2013 йылдан алып геройҙарҙың тарихын мәңгеләштереү буйынса бөтә ил кимәлендә ҙур эш алып барып, төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған китаптар сығара, фильмдар төшөрә.
5 ноябрҙә “Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе РФ Президенты грантын алған “Беҙҙең заман геройы. Башҡортостан ғорурлығы” проектына старт бирҙе. Проекттың партнерҙары ҡатнашлығында уҙған ойоштороу комитетының тәүге ултырышында уны тормошҡа ашырыу, геройҙар тураһында белешмә йыйыу юлдары тураһында фекер алышыу үтә, төрлө йүнәлештәр буйынса яуаплылар билдәләнә. Проекттың партнерҙары: БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы.
Проектта ҡәҙимге тормошта батырлыҡ күрһәткән геройҙар тураһында социаль видеороликтар һәм баннерҙар әҙерләү ҡарала. Артабан заман геройҙарҙың тарихы киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртыласаҡ.
Республиканың төрлө район-ҡалаларында герой ватандаштар һүрәттәре менән 100-ҙән ашыу баннер ҡуйыласаҡ. 150-нән ашыу тарихтың 20-һе видеоролик эшләү өсөн һайлап алыныр тип көтөлә.
Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәренең геройҙарын тәҡдим итә ала. Герой – ул илебеҙ именлеге өсөн яуҙа ҡан ҡойған хәрбиҙәр генә түгел, тыныс тормошта көн һайын үҙ эш урындарында, спортта еңеүҙәр яулаған ябай эшселәр, спортсылар, шулай уҡ ауыр минуттарҙа башҡаларға ярҙамға килергә әҙер кешеләр булырға ла мөмкин.
Әгәр ҙә һеҙ шундай замандаштарығыҙҙы белһәгеҙ, интернет селтәрендә https://forms.gle/7fbbYzKQnjjZHXBu7
һылтанмаһы буйынса анкета тултырып улар тураһында яҙып ебәрегеҙ.
Читайте нас: