+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2019, 02:00

Мәскәүҙә - «Үҫеш нөктәһе» етәкселәре форумы

6-7 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһында “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең “Мәғариф” милли проекты”. Берләшмә, команда, һөҙөмтә” тип аталған 1-се Бөтә Рәсәй форумы үтте.

6-7 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһында “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең “Мәғариф” милли проекты”. Берләшмә, команда, һөҙөмтә” тип аталған 1-се Бөтә Рәсәй форумы үтте.
Форумда республиканан “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең 133 етәксеһе һәм төбәк координаторы, Мәғариф министрлығының белгес-эксперты Татьяна Васильева составындағы делегация ҡатнашҡан. Беҙҙең райондан Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова менән Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең технология уҡытыусыһы Рима Мәүлетҡолова барҙы. Сара сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры О.Ю.Васильева сығыш яһай. Бынан тыш форум уның урынбаҫары М.Н.Ракова һәм Рәсәй мәғариф берләшмәһенең вәкилдәре ҡатнашлығында үтә. Унда белем биреүҙең яңы йөкмәткеһе, уҡытыу һәм тәрбиә алымдары, Үҙәктәрҙә белем биреүҙең үҙенсәлектәре, уҡыусыларҙың донъяны танып белеүендә, тормош концепцияларының формалашыуында һанлы технологияларҙың һөҙөмтәлелеген билдәләү тураһында фекер алышыуҙар ойошторола. "Үҫеш нөктәһе" етәкселәренә форумда ҡатнашыусы сертификаттары бирелә.
#нацпроекты
Читайте нас: