+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2019, 02:43

Яңы закон ғәмәлгә инә

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы. Ул ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнөн ғәмәлгә индерә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы. Ул ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнөн ғәмәлгә индерә.
Закон менән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ҡыҫҡартылған эш аҙнаһына хоҡуҡ гарантиялана. Эш аҙнаһы 36 сәғәттән артмаҫҡа, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт хаҡы тулы аҙналағыса түләнергә тейеш. Хеҙмәт шарттары буйынса эш көнө бер нисә өлөшкә бүленһә, эш хаҡы арттырылған күләмдә билдәләнә, һәм ул закон көсөнә ингән көнгә ғәмәлдә булған эш хаҡынан түбән булмаҫҡа тейеш.
Мәғлүм булыуынса, был законды 6 ноябрҙә Федерация Советы сенаторҙары хуплап сыҡҡайны. Социаль сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары Игорь Фомин уның буйынса сығыш яһаны. 24 октябрҙә Дәүләт Думаһы Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнөнә ҡағылышлы төҙәтмәләрҙе өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.
#ВладимирПутин
Читайте нас: