Рәсәй Президенты Владимир Путин 13-14 ноябрҙә БРИКС-тың Бразилияла үткән 11-се саммитында булды.
Унда шулай уҡ Бразилия Президенты, Һиндостан Премьер-министры, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе һәм Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты ҡатнашты. Саммит барышында БРИКС бизнес-форумы һәм ике яҡлы осрашыуҙар ойошторолдо.
Владимир Путин Ҡытай лидеры Си Цзиньпин, Бразилия етәксеһе Жаир Болсонару, Һиндостан башлығы Нарендра Моди менән һөйләште, шулай уҡ яңы үҫеш банкы президенты менән осрашты. Саммитта ул Рәсәй ойошмала рәйеслек иткән осорҙа ниндәй төп йүнәлештәргә иғтибар бирәсәге тураһында һөйләне.