Ҡатнашыусыларҙың һәр стендында нон-стоп режимында етештереүселәрҙең иң тәмле һәм яңы бешкән ризыҡтарынан ауыҙ итергә мөмкин. «Башҡорт балы»на «Ҡырым шарабы», «Тула перәниге», «Краснодар сәйе» һәм башҡа билдәле брендтар ҡунаҡҡа килгән. «Беҙҙең Бренд» фестивалендә Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм Башҡортостандың 30-лаған фермер хужалығынан 130-нан ашыу компания ҡатнаша, тип белдерҙеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Ҡайһы бер төбәктәр коллектив стендтар әҙерләгән.
Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары бал, ҡымыҙ һәм ҡаҙ итенән тыш, ҡулланыусылар кәрзиненең бөтә ассортиментын тиерлек күрһәтә. Өҫтәүенә аҙыҡ-түлек сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа.
«Аграрийҙарға ҡулланыусының беҙҙең продукцияға мөнәсәбәтен үҙгәртәсәк продукт етештереү бурысын ҡуябыҙ. Башҡортостандыҡы модалы икәнен раҫлау. Сәләмәт булыу, тәмле ашау һәм ошонан ыңғай хис-тойғолар алыу, ниһайәт, юғары сифатлы, экологик продукция ҡулланыу модалы», тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Ғәҙәттәгесә, фестивалдең иң сағыу ваҡиғаларының береһе – Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған «Беҙҙең Бренд» аҙыҡ-түлек һәм төрөү конкурсы. Профессиональ жюриҙың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә 10 номинация буйынса еңеүселәр дипломдар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. “Беҙҙең бренд” фестивале аҙна аҙағына тиклем дауам итә.