-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2019, 02:20

Табиптар һаны артҡан

Башҡортостанда быйыл республиканың медицина ойошмаларында эшләгән табиптар һанын 371 кешегә арттырыуға өлгәшелгән.

Башланғыс звенола был һан 234 тәшкил иткән. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең штаты 22 хеҙмәткәргә артҡан.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл «Ауыл табибы» федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостандың 99 табибы — 1 миллион, 10 фельдшер 500 мең һум аласағын һөйләне. Түләү 1 декабргә тамамланырға тейеш. Тағы 72 фельдшерға «Ауыл фельдшеры» республика программаһы буйынса 500 мең һум түләнә.
«Ауыл фельдшеры» программаһына эләкмәгән 150 фельдшерға ла 1 миллион һум бирелгән. Коллегалары менән бергә бер миллион һум алған 8 табип та ошо исемлеккә индерелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған программа буйынса 135 тар йүнәлешле белгескә бер миллион һум түләнгән. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған 1033 студентҡа — 5 мең һум, ә 416 ординаторға 8 мең һум тапшырыла.
Радий Хәбиров 2020 йылда медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам программаларының дауам ителәсәген һәм бының өсөн бюджетта аҡса ҡаралғанын белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһенең иғтибарын маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыған студенттарҙың мотлаҡ өс йыл эшләргә тейешлегенә йүнәлтте. Ул шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм башланғыс звеноға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре яңыраҡ Рәсәй президенты Владимир Путин етәкселегендәге Дәүләт Советы ултырышында ҡаралыуын билдәләне.
#нацпроекты
Читайте нас: