+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 02:25

Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде

Башҡортостандың Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән Әлиә Слякаева Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Бортоҙатыусы «Урал һауа юлдары»ның U6-178 экипажы ағзалары менән бергә Мәскәү янындағы кукуруз баҫыуына самолетты ултыртҡан ваҡытта һәм унан һуң ҡыйыулыҡ күрһәтте.

Батырлыҡ орденын 20 ноябрҙә «Транспорт аҙнаһы» барышында башҡа бортоҙатыусылар: Дмитрий Ивлицкий, Дмитрий Гончаренко, Яна Ягодина һәм Надежда Вершинина ла алды.
Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Максим Акимов һәм илдең транспорт министры Евгений Дитрих уларҙың етәүһенә лә ведомствоның «Һауа транспорты отличнигы» наградаларын тапшырҙы.
Бөгөн, 21 ноябрҙә, Кремлдә Рәсәй президенты Владимир Путин Airbus A321 пилоттары Дамир Йосоповҡа һәм Георгий Мурзинға Рәсәй Геройҙары йондоҙҙарын тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 августа иртән «Урал һауа юлдары»ның Жуковский аэропортынан Симферополгә йүнәлгән Airbus А321 самолеты Мәскәү өлкәһендә ултырырға мәжбүр булған. Сәбәбе – һауа судноһының двигателдәренә ҡоштар эләккән. Борттағы 234 кешенең береһе лә зыян күрмәгән.
#ВладимирПутин
Читайте нас: