Тантаналы сарала башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары: “Zainetdin” этно-шоуы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Зилиә Бәхтиева ҡатнаша. “Сәләм” логотипы менән приздар уйнатыласаҡ.
Үҙәктең фойеһында сәҙәт 5-тән 6-ға тиклем “Сәләм тапшыр!” мобиль студияһы эшләйәсәк. иң үҙенсәлекле сығыштар телеканалдың эфирында күрһәтелә. Шулай уҡ республика гәзит-журналдарына яҙылыу ойошторола.
Теләүселәр алдан яҙылыу буйынса “Сәләм” телеканалы партнерҙары - Өфө ҡалаһының “Рәсәй тимер юлдары - медицина” клиник дауаханаһы табиптары ҡабул итәсәк.
“Сәләм” телеканалы район-ҡалаларҙағы муниципаль һәм урындағы телестудияларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн булдырылған. Яңы телеканал эфирында урындағы каналдарға 5 сәғәт бирелә. “Сәләм” тапшырыуҙары республиканың эре кабель операторҙары һәм Интернет сервистарында барасаҡ.