+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 02:35

Экспортҡа субсидия күләме арттырылды

Башҡортостан экспорт буйынса транспорт сығымдарының бер өлөшөн ҡайтарыуға субсидия күләмен арттырҙы.

Ошо йәһәттән республика Хөкүмәте төбәк бюджеты иҫәбенә субсидиялау тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе.
Хәҙер тауарҙың пилот партияһын сит илгә сығарыуға киткән юл сығымына 1 миллион һум бүленә (элек 500 мең һум ине), даими сығарғандар өсөн ярҙам күләме биш тапҡырға арттырылған – 5 миллион һум (элек 1 миллион һум ине).
Транспорт сығымдарын ҡаплауға субсидия биреү шарттары элеккесә һаҡлана, быға тиклем компенсация алыу хоҡуғын файҙаланғандар ҙа программала ҡатнаша ала. Ярҙам республикала теркәлгән компанияларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға күрһәтелә. Тағы ла бер шарт – төбәктә етештерелгән тауар сит илгә 2018 йылдың 1 ноябренән һуң оҙатылған булырға тейеш.
Был программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ҡабул ителеп, кооперация һәм экспорт йүнәлешен үҫтереүгә тос өлөш индерә.
#нацпроекты
Читайте нас: