+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 22:30

Урмансыларға – ҡеүәтле техника

Күптән түгел “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль программаһы сиктәрендә “Ғафури урман хужалығы” Дәүләт автономлы учреждениеһына гидроманипуляторлы “КамАЗ” автомашинаһы алынған.

Уны тәжрибәле водитель Руслан Ҡужин йөрөтәсәк. Шулай уҡ ағымдағы йылдың июнь айында ошо уҡ программа буйынса үҙ тейәгесле “МТЗ-82” тракторы һәм уға тағылма ҡоролмалар ҡайтарылған. Ҡеүәтле техникалар хужалыҡтың автопаркын яңыртыуға тос өлөш индерҙе.
Читайте нас: