Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр һәм Белорет райондарында фельдшер-акушер пункттары барлыҡҡа килде. Автомобилдәр “Сәләмәтлек” Милли проекты буйынса бүленде.
Мобиль ФАП-тар “ПАЗ” автобусы нигеҙендә эшләнгән. Ул электрокардиограф, кардиомаркерҙарҙы анализлаусы портатив ҡоролма, дефибрилятор-монитор, анализдар алыу приборҙары
һәм башҡа медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған.ФАП-тың эсе медиктар өсөн бүлмә, ҡабул итеү һәм процедуралар яһай торған зоналарға бүленгән.
Бөгөн Белорет табиптары Уралтау ауылы халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. 5 декабрҙә Отнурок ауылына эш сәфәре көтөлә. Артабан медицина белгестәре төпкөлдәге ауыл халҡын