+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2019, 23:15

Дуҫлыҡ илендә - ғафуриҙар

Бөгөн, 24 ноябрҙә Өфө ҡалаһында “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Дуҫлыҡ иле биҙәктәре” балалар халыҡ хореография республика фестиваль-конкурсының Гала-концерты үтте.

24 ноябрҙә Өфө ҡалаһында “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Дуҫлыҡ иле биҙәктәре” балалар халыҡ хореография республика фестиваль-конкурсының Гала-концерты үтте.
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған конкурсты республиканың мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән “Башҡортостан” дәүләт концерт залы уҙғарҙы. Асыҡ фестиваль 2 этапта барҙы. Тәүге һайлап алыу турына коллективтар жюри ағзалары ҡарамағына видеоматериалдар ебәргән. Һайлап алынған 22 бейеү коллективы фестивалдең икенсе турында көс һынашып, еңеүселәр Гала-концертта сығыш яһаны. Районыбыҙҙың “Быҙыбыт” (етәксеһе – Илшат Хәбибуллин) һәм “Төлкәҫ” (етәксеһе – Айгөл Буранова) өлгөлө балалар бейеү ансамблдәре республика фестивалендә уңышҡа өлгәште. “Быҙыбыт”тар икенсе дәрәжә Дипломға һәм 30 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Шулай уҡ уларға татлы приз - яҡташыбыҙ, бағыусы Инза Кәримова бешергән ҙур, тәмле торт бирелде. “Төлкәҫ” ансамбле иһә конкурстың лауреаты Дипломы, музыкаль үҙәк, етәкселәре Айгөл Буранова “Ассы” шифаханаһына юллама менән бүләкләнде, малайҙар һәм ҡыҙҙар тағы ла бер яҡташыбыҙ, Өфөләге “Мәрйәм" кафеһы хужабикәһе Гөлсирә Мөҙәрисованан пиццалар менән һыйланды. Бейеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: