Республикала иҫ киткес татыу, берҙәм ғаиләләр бар. Улар тоғролоҡ, ғәҙеллек кеүек сифаттарға инанған, ғаилә ҡиммәттәрен иң юғары кимәлгә күтәргән ҡаһарман йөрәкле, ҡыйыу балалар үҫтергән. Бындай ғаиләләр, һис шикһеҙ, башҡаларға өлгө лә, уйландыра торған миҫал да.
Былтыр республикала ошондай замандаштарыбыҙҙың фиҙакәр булмышын сағылдырған награда барлыҡҡа килде: “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы. Был юғары баһаға Башҡортостанды данлаған, законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса ҡаһарманлыҡ күрһәткән; хеҙмәт бурысын үтәгәндә йәки кеше ғүмерен ҡотҡарып батырлыҡ ҡылған; фәнни, ижади, спорт йәки башҡа йүнәлештәрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән, башҡа ижтимағи эшмәкәрлектә мөһим ҡаҙаныштары булған балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр (уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алғандар, опекундар, бағыусылар) бүләкләнә. Шулай уҡ награда менән өс һәм унан күберәк инвалид баланы йәки алты һәм унан күберәк ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алғандар ҙа билдәләнә. Наградаға лайыҡ ғаиләләр 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк ала.
Миҙал 2014 йылда Башҡортостандың Президенты тарафынан махсус Указ нигеҙендә булдырылды, ә беренсе тапҡыр был юғары награда былтыр майҙа II Республика ата-әсәләр форумы барышында дүрт ғаиләгә тапшырылды. Унан һуң 8 июлдә Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт, тоғролок көнөн билдәләү саралары сиктәрендә тағы ла дүрт ғаилә ошо юғары наградаға лайыҡ булды.
22 ноябрҙә үткән сарала иһә республикабыҙҙың ҡаһарман балалар тәрбиәләгән дүрт ғаиләһе билдәләнде. Улар араһында Хәйбулла районынан Бикбовтар, Туймазы районынан Кирсановтар, Шаран районынан Гәрәевтәр, Ҡалтасы районынан Алексеевтар бар. Был ҡаһарман ата-әсәләр ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаған, батыр йөрәкле улдар тәрбиәләп үҫтергән. Юғары награданы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров тапшырҙы.
Декабрҙә тағы ла ике ғаиләне ошондай бүләк көтә. Башҡортостан Башлығы Указы менән быйыл бөтәһе ун ғаилә наградаға тәҡдим ителгән.