+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 13:10

Башҡортостан телетапшырыуҙарын бөтә илдә ҡараясаҡтар

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ОТР телеканалында тапшырыуҙарҙы һанлы форматта күрһәтә башлай.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ОТР телеканалында тапшырыуҙарҙы һанлы форматта күрһәтә башлай.
Телетапшырыуҙарҙы ОТР-ҙың 9 төймәһендә табырға була. Башҡорт телевидениеһының алтын фондын рус телендә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендәге йөҙәр меңләгән кеше ҡарай аласаҡ.
Башҡортостан тураһындағы тапшырыуҙар көнөнә ике тапҡыр: иртәнге 6-нан 9-ға һәм киске 5-тән 7 сәғәткә тиклем бара.
ОТР каналында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының мәғлүмәт проекттарын ғына түгел, башҡа тапшырыуҙарҙы ла, шул иҫәптән “Тамыр” балалар телеканалын да ҡарау мөмкинселеге бар.
Тапшырыуҙар 29 ноябрҙә эфирға сыға.
#нацпроекты
Читайте нас: