-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 18:55

Башҡортостанда Яңы 2020 йылға яңы пиксель шыршылар ҡуйыла

Ағымдағы йылдың 10 декабренә тиклем Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында Яңы йыл шыршылары ҡуйыла.

Ағымдағы йылдың 10 декабренә тиклем Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында Яңы йыл шыршылары ҡуйыла. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.
«Республикала 1099 боҙ ҡаласығы төҙөү күҙаллана. Был 2018 йылға ҡарағанда 11% күберәк, — тип белдерҙе вице-премьер. — Шулай уҡ 566 һырғалаҡ һәм 1266 боҙ тауы була. Республика ҡалаларын һәм райондарын 1782 шыршы биҙәй».
Башҡортостан хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, республикала 1634 – «тере», 139 – яһалма һәм 9 пиксель шыршы ҡуйыла. Һуңғылары – ошо йылдың яңылығы. Иң бейек – 32 метрлыҡ пиксель шыршыны Өфөлә «Торатау» конгресс-холы янында күрергә мөмкин. Ошондай урман ҡупшыҡайҙары Стәрлетамаҡта (24 метр), Октябрьскийҙа (18 метр), Сибайҙа (14 метр), Салауатта (18 метр), Ағиҙелдә (14 метр), Ишембайҙа (18 метр), Күмертауҙа (18 метр) һәм Нефтекамала (18 метр) ла була.
Шулай уҡ Башҡортостан ҡалалары юл өҫтөндәге иллюминациялар менән биҙәлә. Муниципалитеттарҙа 600-ҙән ашыу яҡтыртҡыс арт-объекттар барлыҡҡа килә.
«Республика һәм Италия компанияһының хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә Өфөнөң төп майҙандарында байрам иллюминацияһы менән инеү урындары була. Биҙәкле панно Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ҡуйылғандарына оҡшаш», — тине Борис Беляев.
Читайте нас в