-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2019, 11:35

Путин съезда сығыш яһаны

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХIХ съезында ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХIХ съезында ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны.
Ул граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн, “сираттағы тура бәйләнеште көтөп тормайынса”, урындағы чиновниктарҙы “йөҙәтергә һәм һелкетергә” саҡырҙы. Партия ағзаларына кешеләрҙең ихтыяжын ентекле өйрәнеп, проблемаларҙы хәл итергә кәрәк, тигән фекерҙә Президент. Эштең асылы йәмғиәтте Рәсәйҙең оҙайлы үҫеш стратегияһы тирәләй туплауға ҡорола, етешһеҙлектәрҙе келәм аҫтына һепереп, йәшереп ҡалдырырға ярамай, тип билдәләне ул.
Дәүләт башлығы съезда ҡатнашыусыларҙы рәсәйҙәрҙең иң киҫкен мәсьәләләрен күтәрергә һәм йылдам хәл итергә өндәне.
“Халыҡ һәр сәйәси көстән, сәйәси партиянан, айырыуса “Берҙәм Рәсәй” кеүек ҡеүәтле һәм күләмле ойошманан ошондай эш көтә. Партия кешеләргә яҡын ярҙамсы булырға тейеш”, – тине Владимир Владимирович.
#ВладимирПутин
Читайте нас в