+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2019, 12:45

Башҡорт йыры - 2019

29-30 ноябрь Башҡортостан дәүләт концерт залында йылдың иң төп проекты - "Башҡорт йыры"ның Гала-концерты уҙа.

29-30 ноябрь Башҡортостан дәүләт концерт залында йылдың иң төп проекты - "Башҡорт йыры"ның Гала-концерты уҙа.
18 йәштән 40 йәшкә тиклем эстрада һәм халыҡ йырҙарын башҡарыусы профессиональ йырсылар ҡатнашҡан конкурс бер нисә этапта уҙған. Йырсыларҙы абруйлы жюри ағзалары: филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ғәлина, БР-ҙың халыҡ артисы Азамат Тимеров, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов һәм башҡалар баһалаған.
Сарала ҡатнашалар: Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Әлфиә Юлсурина, Венер Абдуллин, Зинира һәм Ризат Рамазановтар, Радик Вәлмөхәмәтов, Бибисара Азаматова, Марсель Ҡотоев, Лилиә Ишемйәрова, Гөлсөм Бикбулатова, Салауат Мөхәмәтйәров, Дамир Тайыпов, Иҙел Аралбаев, Алһыу Бәхтиева, Альберт Салауатов, Заһир һәм Рәүеф Иҫәнсуриндар,
Нәзифә Ҡадырова, Баязит Байназаров, “Ҡарауанһарай”, “Тархан”, “Бәхетле” төркөмдәре. “Башҡорт йыры”ның 8 йыллыҡ тарихында йырсылар тәүге тапҡыр Башҡортостандың милли оркестры оҙатыуында йырлаясаҡ.
Традиция буйынса, концерт Башҡортостан юлдаш телеканалында 31 декабрь, Яңы йыл төнөндә күрһәтеләсәк.
Читайте нас: