+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 11:40

Ашығыс ярҙам табиптарының эш хаҡы арта

Башҡортостанда ашығыс ярҙам табиптары 60 мең һумдан ашыу ала башлай.

«Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры 2020 йылдан ашығыс ярҙамда эшләгән табиптарҙың, стажға ҡарап, ай һайын 7 мең һумдан ашыу аласағын белдерҙе. Тиҙ ярҙам фельдшерҙары һәм водителдәре лә 5 һәм 3 мең һум өҫтәмә алырға тейеш.

Ашығыс ярҙамда эшләгән табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы, стажға, эш күләменә һәм башҡа факторҙарға ҡарап, 60 мең һумдан ашыу була.

Хөкүмәт ярҙамы менән быйыл 205 яңы машина һатып алынды, ә ашығыс ярҙам бригадаларына 345 махсус планшет тапшырылды, юлда барғанда уҡ планшеттан пациент тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин, тип билдәләне Забелин. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров республика артабан да был хеҙмәткә тейешле ярҙам күрһәтәсәген әйтте.
#нацпроекты
Читайте нас: