+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 12:00

Өфөлә Халыҡ-ара ислам форумы үтә

Өфөлә 28-30 ноябрҙә “Рәсәй – Ислам донъяһы” V стратегик ҡараш төркөмө ултырышы уҙасаҡ. Быйыл форумдың төп темаһы – “Конфессия-ара татыулыҡ: Рәсәй тәжрибәһе һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының ҡатнашыусы илдәре”.

Сара барышында пленар һәм өс эш төркөмөнөң ултырышын уҙғарыу планлаштырыла, шулай уҡ төбәктең инвестиция йәлеп итеү һәләтен сағылдырған күргәҙмә ойоштороласаҡ.
Ҡунаҡтарҙы тантаналы ҡабул итеү сараһында Евгений Примаковтың һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың милли премиялары ла тапшырыласаҡ.
Форумға мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә, улар араһында Рәсәй сил ил эштәре министры урынбаҫары Михаил Богданов, Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының Рәсәйҙәге даими вәкиле Рамазан Абдулатипов, Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Фәрит Мөхәмәтшин, Эске эштәр министрлығының Дипломатия академияһы ректоры Александр Яковенко, шулай уҡ Дағстан, Чечен, Ҡырым, Ингушетия кеүек төбәктәрҙән етәкселәр ҡатнашыуы көтөлә.
Конфессия-ара татыулыҡ Рәсәйҙең ныҡлығын тәьмин итә, шуға ла был форум төбәктәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Берҙәм булғанда ғына йәмғиәтебеҙҙе экстремизм, терроризм кеүек бәләләрҙән һаҡлай аласаҡбыҙ.
Читайте нас: