12-15 ноябрҙә Мәскәүҙә туған телдәр, шул иҫәптән рус теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе үтте. Унда Өфө ҡалаһының 7-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2019” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Гөлшат Ғәбитова “Уҡытыусы-новатор” номинацияһында еңеү яуланы. Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе 2007 йылдан бирле үткәрелеп килә. Сараның маҡсаты – Рәсәй халыҡтары телдәрен һәм мәҙәни күптөрлөлөгөн һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә ярҙам итеү. Мөһим сара В.Путиндың Май указдары меннән раҫланған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашты. Быйыл бәйгелә илдең 23 субъектынан финалға сығыусылар ҡатнашҡан.