+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 11:50

Ҡышҡы осорҙа хәүефһеҙлек

«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, ҡышҡы осорҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Ҡышҡы осорҙа теркәлгән янғындарҙың төп сәбәптәре аталды. Улар ғәҙәттә, ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә, эскелеккә йә төҙөк булмаған йылытыу мейестәре, электр приборҙарына бәйле. Ҡотҡарыу һәм даими иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа, бәләләрҙе гел генә иҫкәртеп булмай. Тотороҡһоҙ һауа торошо ла төрлө ҡазаларға юл аса.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белгестәре тарафынан хәүефле участкалар, атап әйткәндә, йылға-күл буйҙары ла даими тикшерелә. Сөнки йоҡа боҙ йыш ҡына балалар үлеменә сәбәпсе булыуы менән хәүеф тыуҙыра. Быйыл көҙ генә туғыҙ кеше боҙ аҫтына төшөп һәләк булған, уларҙың өсәүһе балалар.
Александр Серов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы үҙәге етәксеһе: “Барыһының да иғтибарына еткерергә теләйем. Ныҡлап туңдырмаҫ элек боҙ өҫтөнән йөрөүҙән тыйылырға кәрәк. Боҙға күмәкләп сыҡҡанда, кешеләрҙең бер-береһенән алыҫлығы 5-6 метр булырға тейеш. Балыҡсы үҙе менән йылғаға барғанда оҙон таяҡ, бер осона ауыр әйбер бәйләнгән һәм ырғағы булған 15-20 метрлыҡ бау алырға бурыслы”.
Читайте нас: