+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2019, 20:45

Акцияға ҡушылып

25 ноябрҙән 1 декабргә тиклем илдә ВИЧ-инфекция менән көрәш буйынса “ВИЧ/СПИД, туҡта!” Бөтә Рәсәй акцияһы бара. Уның сиктәрендә район китапханаһында эшләп килгән “Библиопродленка” мәғлүмәт-ял клубы ағзалары һәм Красноусолдағы 2-се мәктәптең 8 “А” класс уҡыусылары ҡатнашлығында тренинг үтте.

Китапханасы Елена Сәмиғуллина ҡыҙҙар һәм егеттәр менән нимә ул ВИЧ-инфекция, ул СПИД-тан нимәһе менән айырыла, был ҡурҡыныс сирҙе йоҡтороу юлдары, унан һаҡланыу саралары тураһында әңгәмә алып барҙы. Уҡыусылар “Хәүефле хәл”, “5 секунд”, “Дала уты” күнекмәләрендә ҙур теләк менән ҡатнашты. Шулай уҡ “ВИЧ тураһында”, “СПИД – 20-21 быуаттар афәте”, “ВИЧ-СПИД-ты профилактикалау” видеороликтарын ҡарап, үҙҙәренә бик күп мәғлүмәт алдылар.
Сара һуңында сәләмәт тормош алып барыуҙың, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың һаулығына битараф булмауҙың мөһимлеген тағы ла бер тапҡыр билдәләп, ҡасан да булһа “Ҡыҙыл таҫма” СПИД-һыҙ киләсәктең символына әйләнһен, тигән теләктәрен еткерҙеләр.
Читайте нас: