-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2019, 01:05

"Бөйөк Урал юлы" проекты

Ҡыуаныслы хәбәр: Башҡортостан “Бөйөк Урал юлы” туристик проектына инде! Ул үҙ эсенә федераль кимәлдәге 15 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен ала. 5,5 мең километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы маршрут көньяҡтан Урал һырттарының ҡалҡыу тигеҙ ерҙәре буйлап Ырымбур далалары аша Төньяҡ Боҙло океан ярҙарына тиклем һуҙыла.

Ошо көндәрҙә “Ырымбур – Евразия йөрәге” халыҡ-ара форумы сиктәрендә Башҡортостандың унда инеүе тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Хәҙер Башҡортостан өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Республика әүҙем рәүештә федераль һәм төбәк туристик маршруттарын үҫтерә башлай. Бында беҙ үҙебеҙҙең биш тәбиғәт паркы мөмкинлектәрен файҙаланасаҡбыҙ. Улар – “Асылыкүл”, “Ҡандракүл”, “Мораҙым тарлауығы”, “Еҙем” һәм “Ирәмәл”.
Форумда “Милли проект “Экология” – һаҡ аҫтындағы биләмәләрҙе яңынан тергеҙеү” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Унда Урал төбәктәрендә экологик туризмды үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Спикерҙар һәм форумда ҡатнашыусылар илдә тәүге йыл тормошҡа ашырылған “Экология” милли проекты һәм “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү” федераль проекты һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, Рәсәйҙә махсус һаҡланған биләмәләрҙә экологик туризмды үҫтереү тәжрибәһен, был йүнәлештең мөмкинлектәрен ҡараны.
Рәсәйҙең Экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар, туризмдың был төрөн үҫтереү өсөн урындағы халыҡ һәм ойошмалар, туроператорҙар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек итергә тейеш тигән һығымтаға килгән. Шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн хеҙмәттәрҙе һанлаштырыу ҙа мөһим бурыс.
Был проект Урал төбәгендәге барлыҡ субъекттарҙа юғары кимәлдә яҡлау тапты. Башланғыстың төп мәғәнәһе булғанды һаҡлап, яңы туристик маршруттар асыу, экологик туризм төрҙәрен арттырыуға ҡайтып ҡала.
“Бөйөк Урал юлы” буйлап үтеп, туристар Урал тәбиғәтенең иң матур урындарын күрә, боронғо тауҙар түбәләренә үрләй, тәүтормош кешеләре йәшәгән мәмерйәләрҙә була, ҡырағай аттар менән фото төшә, ысын башҡорт балынан ауыҙ итә, шулай уҡ бында йәшәгән халыҡтарҙың көнкүреше менән яҡындан таныша ала.
#нацпроекты
Читайте нас в