+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2019, 01:10

Милли проектҡа ҡушылды

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Программаларҙа ҡатнашыу предприятиеларға етештереүҙең һөҙөмтәлелеген, персоналдың квалификацияһын һәм эшкә ынтылышын, продукцияның сифатын арттырыуға, муниципалитеттарҙың иҡтисади ҡеүәтен, һалым базаһын нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

Йыл аҙағына тиклем төбәктән проектта ҡатнашҡан предприятиелар 50-гә етергә тейеш.
Күптән түгел Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге вәкилдәре милли проекта ҡатнашырға теләк белдергән“Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” акционерҙар йәмғиәте майҙансығында булды. Эшлекле осрашыуҙа улар предприятиеның бөгөнгө эшмәкәрлеге һәм киләсәккә мөмкинлектәре менән танышты. Компания етәкселәренә милли проектта ҡатнашыусыларға күрһәтелгән ярҙам тураһында мәғлүмәт еткерелде. Һөҙөмтәлә был предприятие менән килешеү төҙөлдө.
“Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” төҙөлөш индустрияһында етештереү күләме буйынса лидерҙар иҫәбендә. Заводтың төп эшмәкәрлеге – сәнәғәт, транспорт һәм граждандар тармағын тимер-бетон ҡоролмалар менән тәьмин итеү.
#нацпроекты
Читайте нас: