+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2019, 23:35

Башҡорт театры бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры зауыҡты үҫтереү генә түгел, халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа мөһим роль уйнай.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры зауыҡты үҫтереү генә түгел, халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа мөһим роль уйнай. Театр Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантана иртәгә, Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтә. Театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Динара Ҡәйүмова әйтеүенсә, 16.00 сәғәттә театрҙың алдынғы хеҙмәткәрҙәре Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнәсәк. Шулай уҡ яңы ғына сыҡҡан "Башҡорт академия драма театры. Тарихы һәм бөгөнгөһө" (авторҙары: А.С.Сәғитова, Г.Д.Саламатова) китабының презентацияһы була. 19.00 сәғәттә башланасаҡ тантананың тәүге өлөшөндә театрҙың тарихы һәм бөгөнгөһөнә байҡау яһалһа, икенсеһендә ҡотлауҙар ҡабул ителә.
Читайте нас: