+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2019, 22:55

Өфө һөнәрселәрҙе йыя

5 декабрҙә Өфөләге “ВДНХ-Экспо” майҙансығында “Һөнәрселек фестивале” тигән уникаль проект тормошҡа ашырыла.

“Өфө. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмәһе, I Волга буйы халыҡ художество кәсептәре фестивале, “Йыл һөнәрсеһе-2019”, “Йәш һөнәрсе”, “Алтын ҡуллы оҫта”, “Башҡорт шәле” конкурстары менән берлектә уҙғарыла.

Күргәҙмәлә республиканың барлыҡ район, ҡалаларынан 250-нән ашыу, Рәсәйҙең 16 төбәгенән төрлө һөнәрселәр ҡатнаша. Фес­тиваль барышында фольклор коллективтары сығыш яһай, дефиле һәм этносығыш ойошторола.

Сара барышында беренсе тапҡыр “Һөнәр мәктәбе” эшләйәсәк. Теләге булған һәр кеше ысын оҫталарҙан теге йәки был сәнғәт төрөн өйрәнә ала. Йәмғеһе йөҙгә яҡын оҫталыҡ дәресе үткәрелә.

Күргәҙмә комплексында Башҡортостандан һәм башҡа төбәктәрҙән килгән оҫталарҙың ижади эшмәкәрлеге йәрминкәһе уҙғарыла. Ҡунаҡтарға биҙәүестәр, галантерея, һауыт-һаба, кейем-һалым, ҡулдан эшләнгән уйынсыҡтар һәм сувенирҙар, туҡылған, сигелгән, күн әйберҙәр тәҡдим ителә.

Ойоштороусылар шулай уҡ бай күңел асыу программаһы әҙерләй. Дүрт көн дауам иткән күргәҙмәлә Рәсәй етештереүселәренең коллекциялары күрһәтелә, башҡорт аш-һыуы тәҡдим ителә, ижади коллективтарҙың сығыш яһауы күҙаллана.
“Һөнәр фестивале” 5 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да “ВДНХ-Экспо” комплексында асыла һәм 8 декабрҙә ябыла.
Читайте нас: